12 февраль

12 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 43-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 322 көн ҡала (кәбисә йылында 323).

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • Ер Халыҡ-ара никах агентлыҡтары көнө.
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы БМО — Халыҡ-ара бала-һалдаттар көнө.
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы БМО — Дарвин көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар
  • 881 — Карл III Йыуан Рим папаһы Иоанн VIII ҡулынан Көнбайыш императоры тажын ала.
  • 1049 — Бруно фон Эгисхайм-Дагсбург 152-се Рим папаһы итеп һайлана, Лев IX исемен ҡабул итә.
  • 1111 — Рим папаһы Пасхалий II Изге Рим империяһы императоры Генрих V таж кейҙереүҙән баш тарта, ә Генрих V уны ҡулға ала һәм Римдән алып китә.
  • 1429 — Йөҙ йыллыҡ һуғыш: Орлеанды ҡамау осоронда инглиздәр француздарҙы Руврэ ауылы янындағы алышта еңә.
  • Вокулёр ҡалаһы капитаны Робер де Бодрикурға Шампань һәм Лотарингия сигендәге Домреми ауылынан 17 йәшлек ҡыҙ мөрәжәғәт итә һәм тап ул Орлеандан ҡамауҙы аласағын белдерә. Жанна д’Арк тарихы башлана.
  • 1461 — Ал һәм Аҡ раузалар һуғышы: Сент-Олбанс янында икенсе һуғыш. Ланкастерҙар ғәскәре граф Уорик етәкселек иткән Йорктар ғәскәрен еңә һәм Уориктың тотҡоно булған король Генрих VI азат ителә.
  • 1502 — Кастилиянан христиан динен ҡабул итмәгән маврҙар ҡыуыла.
  • 1541 — Испан конкистадоры һәм Чилиҙың тәүге губернаторы Педро де Вальдивия Сантьяго де Чили ҡалаһына нигеҙ һала.
  • 1554 — Джейн Грей, «туғыҙ көнлөк королева», хакимлыҡты хоҡуҡһыҙ алыуҙа ғәйепләнә һәм ире менән Лондонда язалап үлтерелә.
  • 1593 — Имдин һуғышы: Квон Юл етәкселек иткән өс мең корея һалдаты Хэнджу ҡәлғәһе өсөн алышта 30 мең меңлек япон ғәскәрен ҡыйрата.
  • 1606 — Диңгеҙсе Педро Фернандес де Кирос Аману утрауын аса.
  • 1771 — Густав III Швецияның, готтарҙың һәм ведтарҙың короле була.
  • 1810 — Наполеон Бонапарт яңы енәйәт кодексын раҫлай, ул 1994 йылға тиклем ғәмәлдә була.
  • 1818 — Чили бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итә.
  • 1833 — Рәсәй империяһы закондары йыйынтығы баҫылып сыға.
  • 1855 — Мичиган штаты университетына нигеҙ һалына.
  • 1864 — Мәскәү зоопаркы асыла.
  • 1874 — Гавай милли йыйылышының күпселек тауышы менән Гавай утрауҙары короллегенең тәхетенә Калакауа һайлана.
  • 1880 — Александр II ҡарары менән «Дәүләт тәртибен һәм йәмғиәт тыныслығын һаҡлау буйынса Юғары ойоштороу комиссияһы» булдырыла.
  • 1884 — Нью-Йорк кәнсә тауарҙары һатыусыһы Л. Е. Уотерман авторучка өсөн капилляр системаға патент ала.
  • 1891 — Итальян астрономы Элиа Миллосевич Рим колледжы обсерваторияһында төп һыҙат астероиды "Жозефина"ны аса.
  • 1899 — Испания Германияға Каролин утрауҙарын, Мариан утрауҙарының төньяҡ өлөшөн һәм Палауҙы һата.
  • 1908 — Нью-Йоркта Ер шары тирәләй тәүге автоуҙыш башлана.
  • Тео Хемскерк Нидерланд премьер-министры була.
  • Англияла балаларға тәмәке тартырға рөхсәт иткән кешеләргә штраф тураһында закон ҡабул ителә.
  • 1909 — Ҡара тәнлеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауҙы маҡсаты итеп ҡуйған АҠШ-тың эре йәмәғәт ойошмаһы «Төҫлө тәнле халыҡтың үҫешенә булышлыҡ милли ассоциацияһы» булдырыла.
  • 1912 — Ҡытайҙа Цин династияһы тәхеттән баш тарта.
  • 1914 — Иван Логгинович Горемыкин Рәсәй империяһының министрҙар советы рәйесе вазифаһында граф Владимир Николаевич Коковцовты алмаштыра.
  • 1925 — Ҡаҙаҡ АССР-ы составында Ҡарағалпаҡ автономиялы өлкәһе ойошторола.
  • 1930 — «Йәншишмә» (элекке «Йәш төҙөүсе», «Башҡортостан пионеры») гәзите сыға башлай.
  • 1931 — Рим Папаһы Пий IX тантаналы рәүештә Ватикан радиоһын аса, уның латин телендәге телмәре бөтә донъяға тапшырыла.
  • 1938 — Австрияның аншлюсы: Австрияның канцлеры Курт Шушниг Берхтесгаденға Гитлер резиденцияһына саҡыртып алына һәм кисекмәҫтән баҫып инеү янауы аҫтында илде ғәмәлдә Германияның провинцияһына әйләндергән өс пункттан торған ультиматумға ҡул ҡуйырға мәжбүр була.
  • 1941 — Ауырыуҙарҙы дауалау өсөн пенициллин тәү тапҡыр уңышлы ҡулланыла.
  • 1942 — Дәүләт оборона комитеты ҡарары менән 76 миллиметрлы ЗИС-3 дивизия тубы ҡоралланыуға алына. Ул Икенсе донъя һуғышының иң киң ҡулланылған тубы була.
  • 1943 —37-се һәм 18-се армиялар Төньяҡ Кавказ фронтының 46-сы армияһының бер өлөшө менән берлектә һәм партизандар ярҙамында Краснодар һәм Шахта ҡалаларын азат итә.
  • 1944 — Ленинград-Новгород операцияһы: Ленинград фронтының 67-се армияһы Волхов фронты ғәскәрҙәре һәм партизандар менән берлектә Луга ҡалаһын азат итә.
  • 1945 — Перу Германияға һуғыш иғлан итә.
  • Көнбайыш Карпат операцияһы: 4-се Украин фронтының 1-се гвардия һәм 38-се армиялары дошмандың көслө ҡаршылыҡ үҙәге булған Бельско-Бяла ҡалаһын ала.
  • Ахилл ван Аккер Бельгияның премьер-министры була.
  • 1946 — Гитлерға ҡаршы коалиция Төньяҡ Ирландияның Лисахалли һәм Шотландияның Лох-Риэн тәрән гавандәрендә улъяға төшкән немец һыу аҫты кәмәләрен юҡ итеү буйынса «Дэдлайт» операцияһын тамамлай. Әсиргә бирелгән 154 субмаринаның 121-е юҡ ителә, ҡалған 33 кәмәне коалиция үҙ-ара бүлешеп ала.
  • 1947 — Сихотэ-Алинь метеориты төшә (Сихотэ-Алинь тауҙарында).
  • 1950 — Бөйөк Британияның Девон графлығындағы Торки курорт ҡалаһында 23 европа теле- һәм радиокомпанияһы Европа тапшырыуҙар берлеген булдыра. Ул йыл да үткәрелеүсе Евровидение йыр бәйгеһенең, Евровидение балалар йыр бәйгеһенең һәм Евровидение бейеү бәйгеһенең ойоштороусыһы булып тора.
  • 1955 — СССР Министрҙар Советының ҡитға-ара баллистик ракетаға тәжрибә үткәреү һәм Ерҙең яһалма юлдаштарын осороу буйынса полигон — СССР Оборона министрлығының 5-се фәнни-тикшеренеү һәм тәжрибә полигонын төҙөү тураһында 292—181-се ҡарары ҡабул ителә. Төҙөлөш урыны итеп Ҡаҙағстан һайлана. 1961 йылдан был полигон Байҡоңыр космодромы булараҡ билдәле. Төҙөлөш директоры итеп генерал А. И. Нестеренко тәғәйенләнә.
  • 1958 — Ҡытайҙа, Оло һикереш сәйәсәте сиктәрендә, ауыл хужалығы ҡоротҡостары менән киң көрәш йәйелдерелә. Кампанияның ниәте «дүрт ҡоротҡосто» — ҡомаҡтар, серәкәйҙәр, себендәр һәм турғайҙарҙы юҡ итеү була. Турғайҙарға ҡаршы көрәш бигерәк тә киң күренеш ала.
  • 1961 — СССР-ҙа Сулпан планетаһы тарафына «Венера-1» автоматик планета-ара станцияһы осорола. Ул Сулпан янынан яҡын осоп үткән тәүге йыһан аппараты була.
  • 1973 — «Марс-5» аппараты Марс орбитаһына уңышлы сыға.
  • 1979 — Тәүге совет океанографик юлдашы «Космос 1076» осорола.
  • 1992 — Монголия Конституцияһы үҙ көсөнә инә.
  • 1994 — Лиллехаммерҙа XVII Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
  • 2010 — Ванкуверҙа XXI Ҡышҡы Олимпия уйындары башлана.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

Дөйөм исемлек


Other Languages

Copyright