14 сентябрь

14 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 257-се (кәбисә йылында 258-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 108 көн ҡала.

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри
  • 1741: 23 көн туҡтауһыҙ эшләү һөҙөмтәһендә Германия композиторы Георг Гендель «Мессия» ораторияһын яҙып бөтә.
  • 1867: Карл Маркстың «Капитал» китабының 1-се томы донъя күрә.
  • 1886: Джордж Андерсон (George Anderson) яҙыу машинкаһы таҫмаһына патент ала.
  • 1896: Пётр Лесгафт башланғысы менән Петербургта «Физик тәрбиә етәкселәре һәм тәрбиәселәре курсы» (бөгөнгө П. Ф. Лесгафт исемендәге физик культура институты) асыла.
  • 1917: Монархияны ҡолатыуҙы рәсмиләштереп, Ваҡытлы хөкүмәт Рәсәйҙе республика тип иғлан итә.
  • 1925: «Һәнәк» журналының беренсе һаны донъя күрә.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Поляковский Иосиф Болеславович (1925—26.05.1981), хеҙмәт алдынғыһы. 1945—1966 йылдарҙа «Туймазабурнефть» тресының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры, 1967 йылдан — участка начальнигы; 1970 йылдан район инженер технология хеҙмәте начальнигы, 1974 йылдан — Өфө быраулау эштәре идаралығының производство техник бүлеге инженеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1976).

Дөйөм исемлек


Other Languages

Copyright