15 март

15 март — григориан стиле буйынса йылдың 74-се (кәбисә йылында 75-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 291 көн ҡала.

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
  • Ер Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнө.
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Мансуров Зөфәр Хәйретдин улы (15.03.1909—4.10.1942), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған шағир, прозаик һәм тәржемәсе. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
  • Әйүпов Рәфғәтдин Талип улы (15.03.1914—19.12.1987), нефтсе, 1949—1978 йылдарҙа Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығының «Собханғол» нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы машинисы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
  • Ямалетдинов Шаһый Ямалетдин улы (15.03.1914—28.05.1968), Бөйөк Ватан һәм 1945 йылдағы совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Танк батальонының орудие командиры, гвардия старшинаһы. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1946).
  • Штейнберг Эмануил Соломонович (15.03.1919—2.06.1973), хужалыҡ эшмәкәре. 1969—1973 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙар комитетының радиотелеүҙәге директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған элемтәсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Одесса ҡалаһынан.
  • Рамазан Йәнбәков (15.03.1934), йырсы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1982).
  • Голиванов Владимир Степанович (15.03.1939—26.08.2010), тренер. Хәҙерге бишбәйге буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1991), СССР‑ҙың спорт мастеры (1965), бөтә союз категориялы судья (1980). 1975—1982 һәм 1998—2010 йылдарҙа Олимпия резервының хәҙерге бишбәйге буйынса махсуслашҡан республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004). Сығышы менән Армавир ҡалаһынан.
  • Килдебәкова Тәнзилә Әсхәт ҡыҙы (15.03.1939—2.03.2015), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Соколов Владимир Михайлович (15.03.1939—11.01.2017), спортсы һәм тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1998). Велосипед спорты буйынса СССР‑ҙың (1980) һәм РСФСР‑ҙың (1979) атҡаҙанған тренеры, СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1967), СССР‑ҙың атҡаҙанған (1970) һәм почётлы спорт мастеры (1965). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000).
  • Әхмәт Сөләймәнов (15.03.1939—21.11.2016), фольклорсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
  • Бикбаев Илдар Зиннур улы (15.03.1959), Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе, эҙәрмәндәр отрядтарының республика йәмәғәт фонды советы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
  • Афиногенов Денис Владимирович (15.03.1974), спортсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996). «Салауат Юлаев» Олимпия резервының махсуслашҡан балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. 1995—2000 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Милләт-ара хоккей лигаһы (1995—1996) һәм Рәсәй (1997) чемпионаттарының бронза призёры. Сығышы менән Өфөнән.

Дөйөм исемлек

  • 1930Жорес Алфёров, физик, 1991 йылдан РФА вице-президенты. РФА-ның Санкт-Петербург фәнни үҙәге Президиумы рәйесе. Нобель премияһы лауреаты (2000).
  • 1937 — Валентин Распутин, рус яҙыусыһы.
  • 1943 — Дэвид Кроненберг, Канада-Америка кинорежиссеры, сценарист, продюсер һәм актер.
  • 44 йыл б.э.т. — Гай Юлий Цезарь, Боронғо Рим дәүләт эшмәкәре, полководец һәм яҙыусы (б.э.т. 102 й. йәки б.э.т. 100 й. тыуған ).
  • 1536 — Ибраһим-паша, Сөләймән солтандың вәзире.
  • 1937Говард Филлипс Лавкрафт, Америка яҙыусыһы.
  • 1938Ғөбәй Дәүләтшин, башҡорт яҙыусыһы һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).
  • 1938 — Алексей Рыков, партия һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).
  • 1938 — Николай Бухарин, партия һәм дәүләт эшмәкәре (атып үлтерелгән).


Other Languages

Copyright