16 сентябрь

16 сентябрьгригориан стиле буйынса йылдың 259-сы көнө (кәбисә йылында 260-сы). Йыл аҙағынаса 106 көн ҡала.

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
  • БМО БМО: Халыҡ-ара озон ҡатламын һаҡлау көнө.
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Горчилин Александр Михайлович (1925—6.05.1970), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия мотоуҡсылар батальонының отделение командиры урынбаҫары, рядовой, Советтар Союзы Геройы (1943).
  • Семавин Владимир Петрович (1935), йылылыҡ энергетикаһы инженеры. 1970 йылдан Ҡарман ГРЭС-ында өлкән мастер, 1972 йылдан цех начальнигы урынбаҫары, 1978 йылдан — цех начальнигы, 1983 йылдан — бүлек начальнигы, 1986 йылдан — баш инженер урынбаҫары, 2004—2007 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының почётлы энергетигы (1996) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (2002). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
  • Панферов Владимир Дмитриевич (1945), энергетика тармағы алдынғыһы, хеҙмәт ветераны. 1973—2004 йылдарҙа «Күмертау электр һәм йылылыҡ селтәрҙәре» дәүләт унитар предприятиеһы эшсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
  • Парамонов Сергей Владимирович (1945), спортсы-фехтовальщик һәм тренер, ғалим-педагог һәм ғалим-философ. 1989 йылдан фехтование буйынса СССР йыйылма командаһының, 1992 йылдан — Украина йыйылма командаһының баш тренеры. 1976 йылдан Киев дәүләт физик культура институты уҡытыусыһы, 1980—1984 йылдарҙа фехтование, хәҙерге бишалыш,ат спорты һәм атыу кафедраһы мөдире. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), философия фәндәре докторы (1997). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры һәм тренеры (1991), Украина ССР-ының атҡаҙанған тренеры (1985). Олимпия уйындары призеры (1972).

Дөйөм исемлек

  • 1745 — Михаил Кутузов, Рәсәй империяһының хәрби эшмәкәре.
  • 1853 — Альбрехт Коссель, Германия биохимигы.
  • 1900 — Иван Масленников, (1954 йылда үлгән), совет хәрби эшмәкәре, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.
  • 1916 — Атилла Расих, яҙыусы, Татар АССР-ының Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
  • 1936 — Михаил Кокшенов, совет һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002) Уйнаған фильмдары — «Женя, Женечка и „катюша“», «Спортлото-82», «Вечный зов», «В зоне особого внимания», «Гараж», «Самая обаятельная и привлекательная» һәм башҡалар).
  • 1938 — Валерий Гатаев, совет һәм Рәсәй кино актёры, Ҡазанда тыуған, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1986).
  • 1942 — Ангели́на Вовк, СССР-ҙың Үҙәк телевидение дикторы, тапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2006).
  • 1945 — Евгений Петросян, совет һәм Рәсәй юмор артисы, телетапшырыуҙар алып барыусы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1991).
  • 1947 — Александр Руцкой, Советтар Союзы Геройы, Рәсәйҙең беренсе һәм һуңғы вице-президенты.
  • 1956 — Дэвид Копперфильд, Америка иллюзионисы.
  • 1736 — Габриель Даниель Фаренгейт, немец физигы.
  • 1824 — Людовик XVIII, Франция короле.
  • 1925 — Александр Александрович Фридман, Рәсәй математигы.
  • 1946 — Джеймс Джинс, инглиз физигы.
  • 1974Степан Кувыкин, инженер-нефтсе, хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948), БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).


Other Languages

Copyright