21 ноябрь

21 ноябрьгригориан стиле буйынса йылдың 325-се көнө (кәбисә йылында 326-сы). Йыл тамамланыуға 40 көн ҡала.

ноябрь
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
            1
2 3 4 5 6 7 8
9 10 11 12 13 14 15
16 17 18 19 20 21 22
23 24 25 26 27 28 29
30            
2020 йыл
Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
  • БМО БМО: Бөтә донъя телевидение көнө.
  • Ер Ер: Бөтә донъя сәләмләү көнө.
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри
  • Рәсәй флагы Рәсәй: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
  • Рәсәй флагы Рәсәй: Бухгалтерҙар көнө (рәсми түгел).

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы (1925—25.06.2001), ғалим-урман белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1987 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһы директоры. Биология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973) һәм атҡаҙанған урмансыһы (1982), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
  • Самохвалова Алёна Александровна (1980), спортсы. 2001 йылдан еңел атлетика буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002). Экиден эстафетаһында Рәсәй чемпионы (2001—2002), Японияның Иокогама ҡалаһындағы халыҡ- ара ярыштар еңеүсеһе (2003). Йәштәр араһында 10000 метрға йүгереүҙә Рәсәй чемпионы (2000—2001). Клубтар араһында Европа чемпионы (1998), үҫмер спортсылар араһында дүрт тапҡыр Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (1998—1999; 2000). Эстафета йүгереүендә Рәсәй рекордсыһы (2005). Сығышы менән Белорет ҡалаһынан.
  • Едрёнкин Михаил Акимович (1923—31.10.1970), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, штурмлау инженер-сапер батальоны саперы, рядовой. 1948 йылдан КПСС ағзаһы. Дан орденының тулы һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
  • Гуторов Юлий Андреевич (1933), ғалим-инженер-физик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1998—2013 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты Октябрьский филиалының кафедра мөдире. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, техник фәндәр докторы (1994). СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1978) һәм почётлы ер аҫты байлыҡтарын эҙләүсеһе (1983). Сығышы менән Тула ҡалаһынан.
  • Трофимов Валентин Андреевич (1943), ғалим-аллерголог‑иммунолог. 1970—2008 йылдарҙа «Иммунопрепарат» предприятиеһының өлкән, төп һәм баш ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1997). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1980). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Вилданова Олия Ғәли ҡыҙы (1958), балет артисы, ғалим-педагог, мәғариф эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1983 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2015). Сығышы менән Ленинград ҡалаһынан.

Дөйөм исемлек

  • 1694: Вольтер, Франция философы, шағир һәм тарихсы.
  • 1834: Гетти Грин, Америка эшҡыуары, үҙ заманының иң бай ҡатын-ҡыҙы.
  • 1854: Бенедикт XV, Рим папаһы.
  • 1907: Авилов Михаил Александрович, СССР шағиры.
  • 1909: Михаил Садовский, СССР-ҙың театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1949).
  • 1909: Михаил Бубеннов, СССР яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе.
  • 1919: Виктория Горшенина, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1985).


Other Languages

Copyright