23 февраль
23 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 54-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 311 көн ҡала (кәбисә йылында 312).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Рәсми булмаған
- Үҙ-ара аңлашыусанлыҡ һәм тыныслыҡ көнө.
- Дизель двигателе көнө.
Рәсәй: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Беларусь: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Ҡырғыҙстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Тажикстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Көньяҡ Осетия: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Днестр буйы Молдава Республикаһы: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Бруней: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Гайана: Республика көнө.
- 1874: инглиз майоры Уолтер Уингфилд үҙе «Sphairistike» тип атаған, әле теннис булараҡ билдәле уйынға патент ала.
- 1893: Рудольф Дизель дизель двигеленә патент ала.
- 1903: Куба Гуантанамо базаһын АҠШ-ҡа мәңгелек ҡуртымға бирә.
- 1918: Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының тәүге отрядтары ойоша башлай.
- 1919: Башҡорт Совет Республикаһының халыҡ комиссариаттары ойошторола:
- Хәрби эштәр буйынса халыҡ комиссариаты (хәҙер Хәрби комиссариат);
- Эске эштәр халыҡ комиссариаты (хәҙер Эске эштәр министрлығы);
- Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариаты (хәҙер Һаулыҡ һаҡлау министрлығы);
- Мәғариф халыҡ комиссариаты (хәҙер Мәғариф министрлығы);
- Игенселек халыҡ комиссариаты (хәҙер Ауыл хужалығы министрлығы);
- Финанс халыҡ комиссариаты (хәҙер Финанс министрлығы);
- Хеҙмәт халыҡ комиссариаты (хәҙер Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы).
- 1927: УССР Халыҡ Комиссарҙары Советы күсмә сиғандарға ултыраҡ хеҙмәт тормошона күсеүҙә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1933: Белорет металлургия техникумы тәүге уҡыусыларын ҡабул итә.
- 1941: тәүге тапҡыр плутоний алына.
- 1943: Гвардия рядовойы Александр Матросов (Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк була.
- 1947: Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы (ISO) булдырыла.
- 1953: республикала тәүге булған Туймазы—Өфө газ үткәргесе сафҡа инә.
- 1958: Мәскәүҙәге Поклонный тауында буласаҡ Еңеү һәйкәленә тантаналышарттарҙа нигеҙ һалына.
- 1990: БМО Генераль Ассамблеяһының 17-се махсус сессияһы наркотиктар мәсьәләһе буйынса Сәйәси декларация һәм Бөтә донъя эш программаһын ҡабул итә.
- 1993: Ruby программалау теле булдырыла.
- 1999: Благовещен сәнәғәт-гуманитар техникумы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
- Вәхитов Шакир Ҡазыхан улы (1925—31.07.2004), ғалим-юрист, дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары суды рәйесе, бер үк ваҡытта 1964 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының VI—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Юридик фәндәр кандидаты (1970), профессор (1987). РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1982). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1967) ордендары кавалеры.
- Поройков Юрий Дмитриевич (1935), журналист, яҙыусы һәм шағир, ғалим-философ, комсомол органдары һәм матбуғат ветераны. Башҡорт АССР-ының 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1980). РСФСР‑ҙың (1985) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ленин комсомолы премияһы (1980), Иван Бунин исемендәге әҙәби премия (2007) лауреаты. Ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1977) кавалеры.
- Иҙиәтуллин Рим Зиннәтулла улы (1940—13.09.2018), журналист һәм шағир. 1965—2000 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең бүлек мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996), Татарстан Республикаһының Һаҙый Таҡташ исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Мортаза ауылынан.
- Гальперин Иосиф Давидович (1950), СССР һәм Рәсәй журналисы, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан матбуғаты ветераны. 1972 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Яҙыусылар союзының 2015 йылғы «Йыл яҙыусыһы» милли әҙәби премияһы лауреаты.
- Илбаева Зәйтүнә Зариф ҡыҙы (1906—5.10.1983), йырсы (лирик сопрано), педагог. 1938 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1952 йылдан хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының художество етәксеһе, 1955 йылдан — солисы, 1961—1966 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. 1955 йылда Мәскәүҙә үткән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1942). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. (1955).
- Фәйзуллин Әғзәм Шакир улы (1921—19.03.1984), комсомол органдары эшмәкәре, мәғариф хеҙмәткәре. 1946 йылдан ВЛКСМ‑дың Өфө ҡала комитеты, 1947 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары; 1953 йылдан Өфөләге 2‑се урта мәктәптең директор урынбаҫары, 1955 йылдан 39‑сы урта мәктәп директоры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1948) ордендары кавалеры. Сығышы менән Омск ҡалаһынан.
- Безденежный Фёдор Ильич (1926—26.10.2001), нефтсе, 1959—1981 йылдарҙа «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы, скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау мастеры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1978).
- Редреев Анатолий Васильевич (1936—1983), ауыл хужалығы алдынғыһы. Балаҡатай районы «Урал» колхозының элекке механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1971). Сығышы менән ошо райондың Ямаш ауылынан.
- Верёвкин Александр Павлович (1946), юғары мәктәп ветераны, ғалим-инженер-электромеханик. 1969 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу, 2009 йылдан — технологик процестар һәм производстволар кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1999), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф (2008), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһынан.
- Ғабдулла Амантай (1907—10.07.1938), башҡорт шағиры, балалар яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.
- Әһлиуллин Зәйнулла Заһиҙулла улы (1922—1998), педагог, журналист. «Ҡыҙыл Йондоҙ» һәм «Ватан һуғышы» ордендары кавалеры.
- Вәлиев Абдулла Хәбибулла улы (1922—24.01.1944), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир. Советтар Союзы Геройы (1943).
- Әһлиуллин Миниәхмәт Кәбир улы (02.1927—21.08.2003), яҙыусы, педагог.
- Арыҫланов Наил Ибраһим улы (1932), хужалыҡ эшмәкәре. Ленин ордены кавалеры ().
- Шәрифғәлиев Әҙһәм Шәрифғәле улы (1937), РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, Ленин, «Почёт билдәһе» һәм III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары кавалеры, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы почётлы гражданы ().
- Мөҙәрисов Миңлеғәли Закир улы (1947—24.03.2015), СССР биатлонсыһы, биатлон буйынса СССР һәм Рәсәй тренеры. 1995—2003 йылдарҙа Рәсәй Йәйге биатлон һәм ғәмәли күпбәйге федерацияһының тренерҙар советы рәйесе. Ғәмәли‑хәрби күпбәйге буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1989) һәм бөтә Союз категориялы судья (1983), биатлон буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1971). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
- Айҙар Ғәлимов (1967), йырсы, Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстан Республикаһының (2008) халыҡ артисы.
- Азат Фазлиәхмәтов (1967), радиожурналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).
- Әнғәм Атнабаев (1928—13.10.1999), шағир, драматург. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1997), РСФСР-ҙың (1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1972).
- Флорид Бүләков (1948—18.01.2015), драматург. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2013). Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1996) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1994) лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993).
- Ниғәмәтова Гүзәл Исхаҡ ҡыҙы (1948), журналист, 2003—2010 йылдарҙа Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы яңылыҡтар сығарылышының баш мөхәррире, Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Мырҙағәлин Радмир Дамир улы (1958), тележурналист. 1986 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1993).
- Ҡудашев Шамил Рөстәмхан улы (1919—1986), табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хирург. 1946—1986 йылдарҙа Бүздәк район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, үҙәк район дауаханаһының беренсе баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы, Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Бүздәк ауылынан.
- Мөхәмәтйәнов Хафиз Хөсәйен улы (1919—1977), элемтә өлкәһе хеҙмәткәре. 1945—1977 йылдарҙа Хәйбулла районының Әбеш почта бүлексәһе почтальоны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Саевич Тимофей Александрович (1919—26.11.2003), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан совет хәрби хеҙмәткәре, осоусы, разведка авиацияһы полкының звено командиры. Советтар Союзы Геройы (1945).
- Тимонин Василий Иванович (1919—18.05.1999), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1963—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы совхоздары директоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ленин, II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Покровка ауылынан.
- Вәлиев Камил Абдрахман улы (1934—26.03.2000), ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989).
- Рахманғолов Әширәф Ишйәр улы (1939—2012), малсылыҡ алдынғыһы. 1955—1999 йылдарҙа Баймаҡ районы Салауат исемендәге колхоз мал ҡараусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).
- Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы (1939), ғалим-географ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тәбиғи‑география факультеты деканы. География фәндәре кандидаты (1974), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), Рәсәйҙең геодезия һәм картография отличнигы (2003). Саңғы ярышы буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1965).
Дөйөм исемлек
- 1685: Георг Фридрих Гендель, Германия композиторы.
- 1745: Иван Старов, Рәсәй империяһы архитекторы.
- 1900: Максим Штраух, театр һәм кино актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1965).
- 1917: Хәмзәт Ҡырымшамхалов, СССР скульпторы, рәссам. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- 1945: Светлана Герасименко, СССР астрономы, Чурюмов-Герасименко кометаһын асыусы.
- 1855: Карл Фридрих Гаусс, байтаҡ фәнни өлкәләргә тос өлөш индергән немец математигы һәм физигы.
- 1943: Миңлеғәле Шайморатов, генерал-майор, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры.
- 1945: Алексей Николаевич Толстой, яҙыусы.
- 1992: Зәйтүнә Бикбулатова, башҡорт театр актёры, СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- 2009: Пстыго Иван Иванович, хәрби осоусы, Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы.
Other Languages
- Аҧсшәа
- Afrikaans
- Alemannisch
- Алтай тил
- አማርኛ
- Aragonés
- العربية
- الدارجة
- مصرى
- অসমীয়া
- Asturianu
- Авар
- Azərbaycanca
- تۆرکجه
- Basa Bali
- Boarisch
- Žemaitėška
- Bikol Central
- Беларуская
- Беларуская (тарашкевіца)
- Български
- भोजपुरी
- Banjar
- বাংলা
- বিষ্ণুপ্রিয়া মণিপুরী
- Brezhoneg
- Bosanski
- Català
- Chavacano de Zamboanga
- Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄
- Нохчийн
- Cebuano
- کوردی
- Corsu
- Čeština
- Kaszëbsczi
- Чӑвашла
- Cymraeg
- Dansk
- Deutsch
- Zazaki
- ދިވެހިބަސް
- Ελληνικά
- Emiliàn e rumagnòl
- English
- Esperanto
- Español
- Eesti
- Euskara
- Estremeñu
- فارسی
- Suomi
- Võro
- Føroyskt
- Français
- Arpetan
- Furlan
- Frysk
- Gaeilge
- Gagauz
- 贛語
- Gàidhlig
- Galego
- Avañe'ẽ
- Bahasa Hulontalo
- ગુજરાતી
- Gaelg
- 客家語/Hak-kâ-ngî
- עברית
- हिन्दी
- Fiji Hindi
- Hrvatski
- Hornjoserbsce
- Kreyòl ayisyen
- Magyar
- Հայերեն
- Interlingua
- Bahasa Indonesia
- Interlingue
- Igbo
- Ilokano
- Ido
- Íslenska
- Italiano
- 日本語
- La .lojban.
- Jawa
- ქართული
- Taqbaylit
- Қазақша
- Kalaallisut
- ಕನ್ನಡ
- 한국어
- Перем коми
- Къарачай-малкъар
- Ripoarisch
- Kurdî
- Коми
- Кыргызча
- Latina
- Lëtzebuergesch
- Лезги
- Limburgs
- Ligure
- Lumbaart
- ລາວ
- Lietuvių
- Latviešu
- मैथिली
- Basa Banyumasan
- Malagasy
- Олык марий
- Македонски
- മലയാളം
- Монгол
- मराठी
- Bahasa Melayu
- မြန်မာဘာသာ
- Эрзянь
- Nāhuatl
- Napulitano
- Plattdüütsch
- Nedersaksies
- नेपाली
- नेपाल भाषा
- Nederlands
- Norsk nynorsk
- Norsk bokmål
- Nouormand
- Sesotho sa Leboa
- Occitan
- Livvinkarjala
- ଓଡ଼ିଆ
- Ирон
- ਪੰਜਾਬੀ
- Kapampangan
- Polski
- پنجابی
- پښتو
- Português
- Runa Simi
- Română
- Русский
- Русиньскый
- संस्कृतम्
- Саха тыла
- Sicilianu
- Scots
- سنڌي
- Davvisámegiella
- Srpskohrvatski / српскохрватски
- ၽႃႇသႃႇတႆး
- සිංහල
- Simple English
- Slovenčina
- Slovenščina
- Gagana Samoa
- Anarâškielâ
- Shqip
- Српски / srpski
- Seeltersk
- Sunda
- Svenska
- Kiswahili
- Ślůnski
- தமிழ்
- తెలుగు
- Тоҷикӣ
- ไทย
- Türkmençe
- Tagalog
- Türkçe
- Татарча/tatarça
- Удмурт
- ئۇيغۇرچە / Uyghurche
- Українська
- اردو
- Oʻzbekcha/ўзбекча
- Vèneto
- Tiếng Việt
- West-Vlams
- Volapük
- Walon
- Winaray
- 吴语
- Хальмг
- მარგალური
- ייִדיש
- Yorùbá
- Vahcuengh
- Zeêuws
- 中文
- Bân-lâm-gú
- 粵語
Copyright
- This page is based on the Wikipedia article 23 февраль; it is used under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported License (CC-BY-SA). You may redistribute it, verbatim or modified, providing that you comply with the terms of the CC-BY-SA.