25 март

25 март — григориан стиле буйынса йылдың 84-се (кәбисә йылында 85-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 281 көн ҡала.

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара байрамдар
Crystal locale.png Милли байрамдар
Social sciences.svg Һөнәри байрамдар

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Полянцев Александр Андрианович (1905—27.09.1963), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1940—1948 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының дөйөм хирургия, 1945 йылдан — госпиталь хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1941—1945 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссариатының өлкән инспекторы. Медицина фәндәре докторы (1939), профессор (1941). СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1940). Сығышы менән Вятка губернаһының Усад ауылынан.
  • Сиренко Иван Лаврентьевич (1910—8.06.1965), СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. 1939—1940 йылғы совет-фин һуғышында һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).
  • Шендель Василий Федорович (1920—1984), төҙөлөш тармағы эшмәкәре. 1956 йылдан Бәләбәй ҡалаһындағы «Шкаповнефтестрой» тресының яуаплы хеҙмәткәре, 1966—1980 йылдарҙа — идарасыһы. СССР нефть һәм газ сәнәғәте отличнигы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Красноярск крайының Ҡыҙыл Туран районы Сыда ауылынан.
  • Салмасов Павел  Петрович (1930—30.10.2017), СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1957—1984 йылдарҙа Башҡортостан ижади производство комбинаты (Өфө) рәссамы. 1961 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2006) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1990) рәссамы.
  • Илһамова Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы (1955), мәғариф алдынғыһы. 1978 йылдан Өфө ҡалаһының хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Белорет районы Берештамаҡ ауылынан.
  • Курбетьева Александра Иннокентьевна (1955), мәғариф алдынғыһы. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2015 йылғаса иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбе кафедраһы мөдире. Почётлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Еравнин районы Сосново-Озёрское ауылынан.
  • Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы (1965), спортсы. 1996—2000 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Сибайҙың «Искра» спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997). Сығышы менән ошо ҡаланан.
  • Носкова Светлана Александровна (1975), спортсы. 1992—2002 йылдарҙа тхэквондо буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. 1996—2002 йылдарҙа 464-се Уҡыу күнекмәләр үҙәге, бер үк ваҡытта 1997—2002 йылдарҙа Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм Өфөләге 15-се балалар-үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе өсөн сығыш яһаусы. Рәсәйҙең халыҡ ара класлы (1994) һәм атҡаҙанған (2001) спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2000). Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород ҡалаһынан.

Дөйөм исемлек

  • 1881: Бела Барток, Венгрия композиторы, пианист һәм музыка белгесе-фольклорсы.
  • 1905: Абдулла Әхмәт, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан татар яҙыусыһы.
  • 1925: Сергей Ивченко, СССР-ҙың ғалим-биологы, яҙыусы.
  • 1925: Александр Чекалин, Бөйөк Ватан һуғышы партизаны, разведчик, Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).
  • 1940: Александр Прошкин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1995).
  • 1945: Георгий Мамиконов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, «Доктор Ватсон» төркөмөнең художество етәксеһе һәм солисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2003) һәм атҡаҙанған артисы (1995).
  • 1950: Борис Бурда, эрудит, «Что? Где? Когда?» клубы маһиры, бард һәм кулинар.
  • 1980: Закир Даудов (1980—30.12.1999), Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә саҡырыу буйынса алынған хәрби хеҙмәткәр, өлкән сержант, Рәсәй Геройы (2000, үлгәндән һуң). Милләте ҡумыҡ, сығышы менән Дағстан Республикаһынан.


Other Languages

Copyright