31 июль

31 июль — григориан стиле буйынса йылдың 212-се (кәбисә йылында 213-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 153 көн ҡала.

Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
  • Ҡорбан байрамы.
  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Бөтә донъя рейнджерҙар (Рәсәйҙә — ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктарҙың дәүләт инспекторҙары) көнө.
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри
  • Система администраторҙары көнө.
  • 1748: Преображенский баҡыр иретеү заводы янында Йылайыр ауылына нигеҙ һалына.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (1928), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
  • Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (1938—21.02.2018), опера йырсыһы (баритон), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Яңы Ҡобау ауылынан.
  • Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (1983), спортсы, хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).

Дөйөм исемлек


Other Languages

Copyright