4 май

4 май — григориан стиле буйынса йылдың 124-се (кәбисә йылында 125-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 241 көн ҡала.

май
Дш Шш Шр Кс Йм Шм Йк
          1 2
3 4 5 6 7 8 9
10 11 12 13 14 15 16
17 18 19 20 21 22 23
24 25 26 27 28 29 30
31            
2021 йыл
Sciences de la terre.svg Халыҡ-ара
  • Быума менән көрәш көнө.
Crystal locale.png Милли
Social sciences.svg Һөнәри
  • Ер Ер: Янғын һүндереүселәр көнө.
  • 1715: Парижда беренсе йыйылмалы ҡулсатыр (зонтик) яһала.
  • 1904: Панама каналын төҙөү башлана.
  • 1934: Мәскәүҙә Үҙәк кино йорто асыла.
  • 1935: Ҡыҙыл офицерҙар уҡыуы тамамланыуға арналған йыйылышта Сталин артабан киң билдәлелек алған «Кадры решают всё!» тигән фраза әйтә.
  • 1960: СССР Министрҙар Советы 1961 йылдың 1 ғинуарынан илдә яңы аҡса индереү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Башҡортостан менән бәйле шәхестәр

  • Сәлихов Әлим Ғәлимулла улы (1951), банк системаһы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 2000—2003 йылдарҙа Учалы районы һәм Учалы ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2004—2005 йылдарҙа — хакимиәт башлығы, 2006—2009 йылдарҙа Учалы районы хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән шул райондың Илсе ауылынан.
  • Шәйхетдинов Вәкил Ғилем улы (1951), рәссам. 1991 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1999), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010).
  • Янин Павел Анатольевич (1956), хеҙмәт алдынғыһы. Мәләүез минераль ашламалар йәмғиәтенең цех начальнигы. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы.
  • Фарваева Зөлфиә Нияз ҡыҙы (1966), ғалим-табип-сурдолог. 1989 йылдан Өфөнөң 40-сы поликлиникаһы табибы, 2003 йылдан 43-сө поликлиниканың бүлек мөдире, 2004 йылдан — табибы. Медицина фәндәре кандидаты (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
  • Колобнев Александр Васильевич (1981), спортсы. 1998—2010 йылдарҙа «Ағиҙел» олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһаусы. 1999 йылдан велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы. 2004, 2008, 2012 йылдарҙағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы (1999) һәм атҡаҙанған (2012) спорт мастеры. 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2011) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһе Выкса ҡалаһынан.

Дөйөм исемлек


Other Languages

Copyright